Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2021” республика фестиваленең финалы булды. Унда бөтә Башҡортостандан 63 ғаилә командаһы осрашты.
Сара барышында ойошторолған күңелле стартта 52 меңдән ашыу кеше (1734 ғаилә командаһы) ҡатнашты. Ярыштар саф һауала ойошторолдо.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов әйтеүенсә, был сара күптән яҡшы йолаға әүерелде, ул спорт һөйөүселәрҙе, сәләмәт тормош алып барыусыларҙы берләштерә.
“Һеҙ – республикабыҙҙың спорт яратҡан ғаиләләре! Бындай ярыштар былтырҙан уҙғарыла. Киләһе йыл эпидемиологик хәл яҡшырыр, ҡатнашыусылар һаны тағы ла артыр тип ышанабыҙ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Финал ярыштарының һөҙөмтәһе буйынса беренсе урынға Туймазынан Зәйруллиндар ғаиләһе лайыҡ булды. Уларға “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына 10 көнлөк путевка тапшырылды. Икенсе урын өсөн бүләк – ноутбук – Благовещенға Пухляковтар ғаиләһенә эләкте. Өсөнсө урын яулаған Стәрлетамаҡтан Нечаевтар “Башҡортостандың йәш таланттары” селтәренән сертификат алды.
Өс ғаиләгә шулай уҡ “Кировсы” хоккей клубынан махсус бүләк тапшырылды.