Үткән йыл аҙағында, 27 декабрҙә, Өфөлә Спорт әҙерлеге үҙәгендә спорт һәм сәләмәтлек декадаһына ярашлы көс экстримы буйынса “Урал батыр” турниры үткәйне. Әле Рәсәйҙең Көс экстримы федерацияһы президенты Василий Грищенко был асыҡ турнирҙың 2020 йылда иң яҡшыһы тип танылғаны тураһында хәбәр итте.
Турнирҙы билдәле Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда “Планетаның иң көслө кешеһе” ярыштарының вице-чемпионы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирында дүрт тапҡыр еңгән Эльбрус Ниғмәтуллин алып барҙы.
Унда илебеҙҙең ете төбәгенән ун көслө кеше ҡатнашты. Атлеттар биш күнекмә буйынса көс һынашты: 180-шәр килограмлыҡ ике бүрәнәне иң оҙаҡ ваҡыт тотоп тороу, 130 килограмлыҡ бүрәнәне ваҡытҡа күтәреү, 40 метр алыҫлыҡҡа 130-шар килограмлыҡ ике йөктө алып барыу, 300 килограмлыҡ трактор шинаһын бер минутта алты тапҡыр канатлау һәм “Нива” автомобилен һөйрәү.
Һөҙөмтәлә бөтә дисциплиналар мәрәйе һөҙөмтәһе буйынса Белгородтан 23 йәшлек Давид Шамей еңде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа - Мәскәү ҡалаһынан Максим Дворецкий менән Дмитрий Логунов.
"Был, ысынлап та, иң яҡшы турнирҙарҙың береһе булды. Тиҙ генә килешеп эшләнек. Сара абруйлы ҡунаҡтар килде. Ярыштарҙа илебеҙҙең иң көслө кешеләре ҡатнашты һәм иҫ китмәле һөҙөмтәләр күрһәтте. Турнир үҙенсәлекле, илебеҙҙең иң яҡшы спорт объекты - Спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторолдо, - тине Эльбрус Ниғмәтуллин.
Фото: Йәштәр һәм спорт министрлығы.