Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Ғинуар 2021, 01:15

Ҡунаҡтар менән уйын нисек тамамланды?

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Череповецтың “Северсталь” командаһы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Череповецтың “Северсталь” командаһы менән осрашты.
Уйындың беренсе осорон беҙҙең команда яҡшы тамамлай алманы. Ә бына матчтың икенсе осоронда “дилбегә”не үҙ ҡулына алдылар тиергә мөмкин. Теему Хартикайнен ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайба сәпәне. Һуңғараҡ ул тағы бер, ә Маркус Гранлунд ике гол индерҙе. Шулай итеп, бөгөн “Салауат Юлаев” 4:2 иҫәбе менән еңеү яуланы һәм тағы ике мәрәйле булды.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Читайте нас в