Бөгөн “Салауат Юлаев” Силәбелә “Трактор” командаһы менән осрашты.
Матч Силәбе ҡалаһындағы Валерий Белоусов исемендәге “Арена-Трактор” стадионында үтте. Был уйындың еңеүсеһе овертаймда асыҡланды. Матч 2:1 иҫәбенә “Трактор” файҙаһына булды. Беҙҙең команданан берҙән-бер голды Сакари Маннинен индерҙе.
Киләһе уйын 26 ғинуарҙа үтәсәк. Унда “Салауат Юлаев” Хабаровскиҙа урындағы “Амур” командаһы менән осрашасаҡ.
Фото: “Трактор” хоккей клубы.