Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында район данын яҡлай. Бәләкәй ауылдың был конкурста еңеүенә ышанысы ҙур: халыҡтың һәр сарала берҙәм ҡатнашыуы, сәләмәт тормош алып барыуҙары, дәртле һәм сәмле булыуҙары һоҡландыра. Ауылда йәшәүселәр ҙә, ситтә булыусыларҙың да һәр береһе ауыл данын яҡларға, уны күтәрергә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.
Ошо көндәрҙә үткән "Ҙур хоккей" уйындары ла тап ошо хаҡта һөйләй. Унда Әбйәлил районының “Аҡбуҙат”, Баймаҡ ҡалаһының “Алдар батыр” һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылының "Баяс" командалары үҙ-ара көс һынашты.
Сарала шулай уҡ Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рәсих Хәмитов, Фәнит Моратбаҡиев, район хакимиәте башлығының кадрҙар сәйәсәте һәм социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Ришат Ишембәтов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Көндөң һыуыҡ булыуы ла хоккей яратыусыларҙы ҡурҡытманы: улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һәр уйынды иғтибарлап күҙәтте, көслө алҡыштарға күмде, хатта боҙ майҙандары уларҙың сәмле уйынынан бер аҙ ирегәндәй тойолдо.
Тәүге шайбаны Фәнис Әминев майҙанға ташлап, "Ҙур хоккей"ға старт бирҙе. Баш судья - "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат Хәмитов уйын барышын тулыһынса үҙ контроленә алды. Ә инде еңел атлетика буйынса СССР спорт мастеры, өс тапҡыр СССР Кубогын яулаусы, алты тапҡыр Рәсәй чемпионы, 23 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының физик культура кафедраһы доценты Фәнил Әминев уйын барышына күҙәтеү яһап, мәғлүмәт биреп барҙы.
Хоккей ысынында ла бик тә сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Шулай ҙа ауыл хоккейы уйындарында ҙур тәжрибә туплаған әбйәлилдәр беренсе урын яуланы һәм кубок уларға эләкте. Икенсе урынды – "Баяс" командаһы, өсөнсөнө "Алдар батыр"ҙар алды. Барлыҡ командаларға миҙалдар, Почет грамоталары тапшырылды.
Киндер күле буйында шулай уҡ башҡа халыҡ уйындары ла ойошторолдо. Бура һуғыу, яндан уҡ атыу, сана шыуыу, сыбыртҡы шартлатыу, биҙәлгән атта елеү... Быларҙың барыһы ла сараға матур төҫ бирҙе.
Уйнап арығандар тирмәлә боҫрап ҡайнап ултырған еҙ самауыр сәйе менән һыйланды. Түбәнге Яйыҡбай ауылының тарихын, бөгөнгөһөн, шәхестәрен күрһәткән бай күргәҙмә менән дә таныша алдылар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, "Ҙур хоккей" Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына ҙур ышаныс, яңы еңеүҙәргә сәм өҫтәне, халыҡты бергә тупланы.