Әлеге ваҡытта Антхольцта (Италия) биатлон буйынса Донъя кубогының етенсе этабы бара. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар эстафетала көс һынашты.
Был бәйге беҙҙекеләргә еңел бирелмәне, әммә Рәсәй командаһы беренсе этаптарҙан уҡ алғы сафтарҙа барҙы. Команда составында Евгения Павлова, Татьяна Акимова, Светлана Миронова һәм Ульяна Кайшева йүгерҙе. Иң яуаплы дүртенсе этапта Ульяна Кайшева бәйге һыҙығына сыҡты һәм команданың ышанысын аҡланы.
Шулай итеп, Рәсәй командаһы эстафетала уңышҡа өлгәшеп, беренсе урынды яуланы. Германия – икенсе, Франция өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте.
Рәсәй командаһын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!