Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Ғинуар 2021, 00:30

Яҡташтарыбыҙҙың өлөшө ҙур булды

Антон Бабиков менән Эдуард Латипов эстафета командаһы составында уҙышты.

Әлеге ваҡытта Антхольцта (Италия) биатлон буйынса Донъя кубогының етенсе этабы бара. Бөгөн ир-егеттәр эстафетала көс һынашты.
Был бәйге беҙҙең командаға еңел бирелмәне, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Рәсәй командаһы өсөн беренсе этапта яҡташыбыҙ Антон Бабиков йүгерҙе. Ул бөтә сәптәргә лә тейҙерҙе, әммә Норвегия спортсыһы Стурла Холм Легрейдтан 6,5 секундҡа ҡалып, икенсе булып эстафетаны тапшырҙы.
Икенсе этапта йүгергән Матвей Елисеев бер өҫтәмә патрон файҙаланһа ла, команданы алғы һыҙыҡҡа сығарҙы.
Өсөнсө этапта йүгергән Александр Логинов ятып атҡанда барлыҡ сәптәргә тейҙерҙе, тик баҫып атҡанда патрондары яҙа китте, һөҙөмтәлә уға өҫтәмә штраф түңәрәген үтергә тура килде. Шулай итеп, ул тәүге ике команданан 8,2 секундҡа ҡалып эстафетаны тапшырҙы.
Иң яуаплы дүртенсе этапта яҡташыбыҙ Эдуард Латипов йүгерҙе. Ул да ятып атыуҙа һынатманы, әммә аяғөҫтө килеш хаталанды. Эдуардҡа өсөнсө урын өсөн Германия командаһының көслө спортсыһы Бенедикт Долль менән көс һынашырға тура килә. Әммә яҡташыбыҙ бирешмәне, финиш һыҙығына сыҡҡас, уны уҙып китте.
Шулай итеп, Рәсәй командаһы эстафетала уңышҡа өлгәшеп, өсөнсө урынды яуланы. Беренсе урынды – Франция, икенсе урынды Норвегия командалары алды.
Рәсәй командаһын, яҡташтарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Фото: Marco BERTORELLO/AFP
Читайте нас в