Спорт һәм туризм
25 Ғинуар 2021, 11:30

Был сара ла ирекмәндәрһеҙ үтмәгән

Мәсетле районында баскетбол уйындары буйынса турнирҙа ирекмәндәр ойоштороу эштәрендә һәм спортсылар өсөн өҫтәл әҙерләүҙә ярҙам күрһәтте.

Мәсетле районында баскетбол уйындары буйынса турнир үтте. Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы баскетбол буйынса район турнирын уҙғарыуҙа Мәсетле районы хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге матди яҡтан, ә урындағы “Берҙәм Рәсәй” бүлеге ирекмәндәре ойоштороу эштәрендә һәм спортсылар өсөн өҫтәл әҙерләүҙә ярҙам күрһәтте.
Уйынсылар турнир дауамында ярыш сәме, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ күрһәтһә, “Йәш гвардия”сылар уларҙа еңеүгә ынтылышты ҡеүәтләп торҙо.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды башҡорт гимназияһы командаһы яуланы, икенсе урынды Юныс ауылы мәктәбе уҡыусылары менән Оло Ыҡтамаҡ йәштәре бүлеште, өсөнсө урын Мәсетле районы яҡташтар берләшмәһенә эләкте.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” сайты.
Читайте нас