Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә бик күңелле яңылыҡ менән башланып китте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең спортсыларыбыҙҙың был ялдарҙағы уңыштары менән уртаҡлашты һәм улар менән ғорурланыуын белдерҙе.
“Өс көн буйы республика спортсылары үҙҙәрен федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә бик лайыҡлы күрһәтте. Миңә СМС-тар яуып ҡына торҙо: “Еңеү!”, "Тағы еңеү!” Был бик ҡыуаныслы” – тине ул.
Ысынлап та, үткән аҙна еңеүҙәргә бик бай булды. Уларҙың иң сағыуҙары тураһында республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.
Иң ҙур еңеүҙе Европаның 15 тапҡыр чемпионы Семен Елистратов килтерҙе. Ул был ялдарҙа Польшала өс алтын һәм йыйылма команда составында бронза миҙал яулаған. Әйткәндәй, бөгөн ул төндә Башҡортостанға әйләнеп ҡайтасаҡ һәм артабан әҙерлекте дауам итәсәк. Радий Фәрит улы уны лайыҡлы ҡаршы алырға ҡушты.
Икенсенән, беҙҙең боҙҙағы мотоуҙышсылар командаһы ҡыуандырҙы. Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Техник спорт үҙәге тәрбиәләнеүселәре – “Башҡортостан” командаһы 13-сө тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Улар дүртенсе этапта бер юлы 20 мәрәй йыйып, ваҡытынан алда еңеү яуланы һәм дәғүәселәрен күпкә артта ҡалдырҙы.
Бынан тыш, “Торос” менән “Толпар” хоккей командалары, “Урал” волейбол клубы, “Уфимец” баскетбол командалары - бөтәһе лә еңеү яуланы.
Тағы бер ҡыуаныс – илдең биатлон буйынса йыйылма командаһы Донъя кубогында ирҙәр араһындағы эстафетала бронза миҙалға лайыҡ булды. Башҡортостан егеттәре Антон Бабиков менән Эдуард Латипов был еңеүгә бик ҙур өлөштәрен индерҙе.
– Беҙҙең бурыс – спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу. Был профессиональ спортсыларға ла, ябай халыҡҡа, мәктәп уҡыусыларына ла ҡағыла. Мохтажлыҡ бар, мәҫәлән, әле һаман бөтә райондарҙа ла бассейндар юҡ. Ә күптәр райондарында боҙ һарайҙары һорай башланы. Беҙ быны булдырырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайты.