Яҡташыбыҙ Семен Елистратов Польшаның Гданьск ҡалаһында үткәрелгән шорт-трек буйынса Европа чемпионатынан өс алтын һәм бер бронза миҙал алып ҡайтты. Өфө аэропортында уны республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министры Руслан Хәбибов, ағаһы Степан һәм Семен Елистратов исемендәге Шорт-трек үҙәге тәрбиәләнеүселәре ҡаршыланы.
– Хатта олимпиаданан һуң мине былай ҡаршыламанылар, – тине Рәсәй командаһы составында 15 тапҡыр Европа чемпионы. – Ошо дүрт миҙалдың һәр береһе минең өсөн мөһим. Улар өсөн әллә күпме титаник көс түгелгән. Яртыһынан күберәге – тренерым Андрей Иванович Максимовтың ҡаҙанышы. Әйткәндәй, был миҙгелгә күнекмәләрҙе үҙгәрттек, марттан Өфөлә әҙерләндем. Өфө боҙо был ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам итте. Тренерым – гений.
Семен Елистратов республика Башлығы Радий Хәбировҡа Шорт-трек үҙәгенә үҙенең исемен ҡушыуҙары өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Был хаҡта ярыштар ваҡытында комментаторҙар ҙа белдерҙе. “Радий Фәрит улы менән һөйләштек. Иң тәү сиратта был – яуаплылыҡ һәм намыҫ. Әгәр был миҙалдар кемделер шорт-трекка барырға һәм ҡаҙаныштар өлгәшергә ярҙам итһә, тимәк, был юлдан бушҡа бармайым”, – тине Семен Елистратов.
Өфө спортсыһы быйыл марта Голландияла үтәсәк донъя чемпионатына әҙерләнәсәк. Уның менән бергә Ҡаҙағстандың йыйылма командаһы ла күнекмәләр үткәрәсәк. Улар беҙгә бер аҙнанан киләсәк.
Фото: Валерий Шахов (“Башинформ”).