Өфөлә йәшәүсе Илья Заяц 70 көн эсендә 70 ярыммарафон үткән. Үҙенең йүгереүе тураһында отчетты ул көн һайын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һала барған.
- Минең төп маҡсатым – үҙемдең мөмкинлектәремде һынап ҡарау һәм ялҡауланып, ҡыш тышҡа сыҡмай өйҙә ятҡандарға өлгө күрһәтеү ине, – ти спортсы.
Илья йүгереү менән бынан алты йыл элек шөғөлләнә башлай. Ярыммарафондарға ул махсус әҙерләнмәй. Уның фекеренсә, ул былай ҙа тейешле формала булған. Өҫтәүенә Илья Өфөлә уҙғарылған бер генә еңел атлетика буйынса сараны ла ҡалдырмай, Рәсәй, республика кимәлендә ойошторолған марафондар ҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Уның фекеренсә, баш ҡалала төрлө дистанцияға йүгереү өсөн урындар етерлек. Стадионда, Ағиҙел йылғаһы яры буйлап та ярыммарафон йүгерергә була.
“Башлағанда шәп итеп йүгермәгеҙ. Темпығыҙ йүгергән саҡта һөйләшә алырлыҡ булһын, юғиһә, күптәр шәп итеп башлайҙар ҙа, ҡан баҫымдары күтәрелә, йөрәк тибеше йышая һәм туҡтап ҡалалар”, - тигән кәңәштәрен бирә сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән ир уҙаманы.
Фото: Илья Заяц сәхифәһенән.