Тотош донъяға билдәле мотоуҙышсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, халыҡ-ара категориялы судья, боҙҙа мотоуҙышсыларҙың Европа һәм донъя буйынса беренсе чемпионы, боҙҙағы мотоуҙыш буйынса СССР-ҙағы берҙән-бер алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа, СССР чемпионы, СССР-ҙың командалар уҙышы буйынса өс тапҡыр чемпионы һәм башҡа сараларҙа алдынғы урындарҙы яулаған Ғабдрахман Ҡадиров әле һаман спорт тарихында иң яҡшы спидвейсыларҙың береһе булып ҡала. Уның тураһында хатта боҙҙағы мотоуҙыштарҙы бер ҡасан да үткәрмәгән илдәр ҙә яҡшы хәбәрҙар.