Салауат районында мәктәп уҡыусылары республика һәм ил кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә даими ҡатнаша, иң мөһиме, тәүге урындарҙы яулай. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 12 йәшлек Азалия Вахитова шахмат бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәгән. Был турала Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов йәш ҡыҙҙы маҡтап телгә алған.
– Беҙҙә йәштәр бик талантлы, быйыл тәүге еңеү тураһында ишетеү ҡыуаныслы, – тип яҙған Марс Фарах улы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә. – Малаяҙ Башҡорт гимназияһының VI в класы уҡыусыһы Азалия Вахитова шахмат буйынса “Чемпиондарҙың чемпионаты” тигән республика онлайн-турнирҙарында ҡыҙҙар араһында I урынды алған. Ҡотлайым! Киләсәктә лә еңеүҙәр теләйем!
Әйткәндәй, тап бөгөн Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың тыуған көнө. Шул уңайҙан Марс Фарах улын “Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ҡотлай, һәр йәһәттән дә уңыштар теләй!
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.