Спорт һәм туризм
30 Ғинуар 2021, 18:55

Уҡыусылар онлайн ярышта ҡатнашасаҡ

“Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге иртәгә 10 сәғәттә Өфө ҡалаһы уҡыусыларын саҡыра.

“Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге 31 ғинуарҙа 10 сәғәттә Өфө ҡалаһы уҡыусылары өсөн “Һанлы быуын” компьютер спорты буйынса мәктәп онлайн ярышын ойоштора.
Уҡыусылар үҙҙәрен Dota 2, CS:GО, Clash Royale, Brawl Stars компетенциялары буйынса һынап ҡарай ала. Уйындарҙа ҡатнашыу регламенты: 7-11 кластар - CS:GО (командала биш кеше); 7-11 кластар - Dota 2 (командала биш кеше); 5 - 11 кластар - Clash Royale (бер ҡатнашыусы, шәхси иҫәп), мобиль сарала ғына уйнарға мөмкин;
5 - 11 кластар - Brawl Stars (командала өс кеше), мобиль сарала ғына уйнарға мөмкин.
Еңеүсе командалар уйын ҡоролмаларына лайыҡ буласаҡ. Ә өс уйынсыға “Аврора”нан уйын девайсы биреләсәк. Киберспорт буйынса онлайн турнирҙа ҡатнашырға теләгәндәр https://forms.gle/EJmvZVGawD4F1twEA һылтанмаһы буйынса ғариза бирә ала.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас