Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2021, 11:30

Морждарҙы вирус ҡурҡытмай

Былтыр Өфөләге Якутов паркында аҙна һайын 500-гә яҡын морж йөҙһә, хәҙер был спорт төрөн һайларға теләгәндәр күбәйә төшкән...

Ҡышҡыһын йөҙөү менән шөғөлләнергә яратыусылар һәм профессионалдар Өфөләге Якутов паркында күнегеүҙәрен дауам итә. Бер айҙан улар Санкт-Петербургта ил кубогына үтәсәк ярыштарҙа ҡатнашасаҡ, аҙаҡ Петрозаводск ҡалаһында донъя ярыштары көтә.
Булат Зөбәйеров биш йыл инде йөҙөү менән шөғөлләнә. Ул боҙло һыуҙа йөҙ метр араға йөҙөүҙә рекорд ҡуйған. “Мин үҙемде һыу ингәндән һуң яҡшы тоям. Сәләмәтлек торошона беҙҙең уй-фекер бәйләнгән. Ә уйҙарҙан-ҡарар, ҡарарҙан һөҙөмтә тыуа,” - ти ул.
Ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнеүселәр һаны республикала арта. Былтыр Өфөләге Якутов паркында аҙна һайын 500-гә яҡын морж йөҙһә, хәҙер был спорт төрөн һайларға теләгәндәр күбәйә төшкән. Ҡышҡы йөҙөү федерацияһы паркта ҡуртымға ер алып, заманса үҙәк төҙөргә уйлай.
- Үҙәкте төҙөү һәм бында йөҙөргә килеүселәргә яҡшы шарттар тыуҙырыу өсөн биш миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Бында морждар 53 йыл инде йөҙә, улар уңайлы шарттарға лайыҡ, - ти Башҡортостандың Сынығыу һәм спорт ҡышҡы йөҙөү федерацияһы рәйесе Александр Пенкин.
Һәүәҫкәр морждарҙан тыш, профессиональ кимәлдә шөғөлләнгәндәр ҙә етерлек. Ринат Мансуров - өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Хәҙер 68 йәшлек ир алдағы турнирҙарға әҙерләнә. Пандемия морждарҙың планына үҙгәреш индергән. Быйыл Өфөлә ил чемпионаты этабы булмаясаҡ. Уның ҡарауы Нефтекамала тәү тапҡыр республика турниры уҙасаҡ.
Фото:BashNews.
Читайте нас