Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2021, 13:00

Сәләмәтлек өсөн файҙалы

Бөгөн баш ҡаланың Дим районында шайба менән хоккей турниры бара. Бынан тыш, ошо уҡ райондың боҙ майҙансыҡтарында ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин.

Бөгөн баш ҡаланың Дим районында шайба менән хоккей турниры бара. Бынан тыш, ошо уҡ райондың боҙ майҙансыҡтарында ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин.
Хоккей турниры Өфө коррекция мәктәп-интернаты ихатаһында уҙғарыла. “Ныҡ һалҡын боҙ” корпоратив турнирын “Өфө” локомотив депоһы ойоштора. Сараны был ойошма етәксеһе Александр Жуков асты. Дүрт команда – “Тимер ҡанаттар”, “Локомотив”, “Энерджик” һәм “Спарта” – боҙ кубогы өсөн алыша.
Ғөмүмән, Дим районында йәшәгәндәрҙе, өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы катоктарҙа көтәләр. Дим районындағы Мәҙәниәт һәм ял паркында (Островский урамы, 21/1), хоккей буйынса тренер Д. Устименконың оҫталыҡ кластары (Островский урамы, 16), Мусоргский урамы, 2, Ухтомский урамы, 12, Левитан урамы, 36, Үҙәк урамы, 1/2 адрестары буйынса урынлашҡан катоктарҙа тотош ғаилә менән ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин. Был иһә сәләмәтлек өсөн файҙалы.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас