Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Магнитогорск металлургия комбинатының Әбйәлил районындағы “Металлург – Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса иҫкәртеү эше бара. Әле бында сноуборд буйынса донъя кубогы этабына әҙерлек бара. Ярыштарҙа 18 ил спортсыларының ҡатнашыуы көтөлә.
Иҫкәртеү саралары сиктәрендә ваҡытлыса ҡоролмалар янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтеү йәһәтенән тикшерелгән. Ҡоролмаларҙы автономиялы йылытыуҙы тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр менән янғынға ҡаршы инструктаж үткәрелгән. Айырыуса, иғтибар янғын һүндереүҙең беренсел сараларына һәм беренсе ярҙамды күрһәтеү сараларының барлығына йүнәлтелә.
Бөгөн иртән “Металлург-Магнитогорск” биләмәһендә үткәреләсәк Сноуборд буйынса донъя кубогы этабына 16 илдән 250 ҡатнашыусы килгән.