Спорт һәм туризм
6 Февраль 2021, 10:00

Азат Бадранов: "Бындай башланғыстар Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан һәр ваҡыт яҡланасаҡ"

Баймаҡ районы һәм ҡалаһы спортсыларына өр-яңы спорт ҡоролмалары тапшырылды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов менән республикабыҙҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов Баймаҡ районында булды.
Улар Баймаҡтағы һәм райондың Урғаҙы ауылындағы спорт-физкультура комплекстарын, Иҫке Сибай, Әхмәр ауылдарындағы мәктәптәрҙе ҡараны. Шул ҡыуаныслы, был көндө Баймаҡ районы һәм ҡалаһы спортсыларына өр-яңы спорт ҡоролмалары тапшырылды.
– Ике ай элек йәмәғәтселек менән осрашыуҙар ойошторғайныҡ, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов. – Егеттәр Көньяҡ Урал райондарының спорт мәктәптәрен йыһазландырыу инициативаһы менән сығыш яһағайны. Улар берләште һәм бөгөн ул “Көньяҡ Уралдың йәмәғәт инициативаһы ойошмаһы” тип атала. Бындай инициативалар Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан һәр ваҡыт яҡланасаҡ һәм күтәреп алынасаҡ.
Көньяҡ Уралдың йәмәғәт инициативаһы ойошмаһы етәксеһе Иҙел Солтанов билдәләүенсә, ойошманы төҙөү тиккә түгел, ул төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Ошо һорауҙар республикабыҙҙың Хөкүмәтенә оҙатыласаҡ. Әле иһә реаль һөҙөмтәләрҙе күреп һөйөнгәндәр.
Спортсы Алексей Евстигнеевтың ғорурлығы – бокс буйынса бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй еңеүсеһе Регина Нурмөхәмәтова, бынан тыш самбо буйынса донъя чемпионы – Марсель Юлдашев. Ул спорт ҡоролмаларын оло ҡыуаныс менән ҡабул итеп алды. Алексей Евстигнеев белдереүенсә, бөтә балалар ҙа һәләтле, бары тик улар менән шөғөлләнергә кәрәк. Иң мөһиме, һәр береһенең теләге көслө. Спорт тармағына иғтибарҙың ҙур булыуы – шатлыҡлы.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Рәсәй Президенты тарафынан ҙур бурыстар ҡуйылған. 2024 йылға физик культура һәм спорт менән даими шөғәлләнеүселәрҙе 55 процентҡа еткереү планы ҡуйылған. Киләсәктә лә спорт өлкәһенә ярҙам буласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы хәстәрлеге менән Темәс ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Баймаҡ ҡалаһында ябыҡ боҙ аренаһы төҙөләсәк.
2020 йылда баймаҡтар Рәсәйҙең спорт мастерлығына биш кандидат әҙерләгән. Бер спортсы иһә илебеҙҙең йыйылма командаһы составында. Спортсылар 78-се Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, 400 призлы урын яулаған. Ысынлап та, спортты үҫтереү һәм пропагандалау йәһәтенән, Баймаҡ районына ҙур ярҙам күрһәтелә. Йыл да бында бихисап спорт бәйгеләре үткәрелә, ҡала-районда 160 спорт объекты һәм ҡоролмаһы иҫәпләнә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм башҡа рәсми кешеләр артабан Сибай ҡалаһына юлланды – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә шулай уҡ спорт ҡоролмалары бүләк иттеләр. Иң шатлыҡлыһы, Көньяҡ Уралда беренсе тапҡыр дүрт яңы ринг (береһе – Баймаҡта, икенсеһе – Әбйәлил районында, ҡалғандары – Сибай ҡалаһында) барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов әйтеүенсә, быларҙың барыһы ла республикабыҙ Хөкүмәте менән йәмәғәтселектең аңлашып эш итеү һөҙөмтәһе. Март-апрель айҙарында бокс буйынса Көньяҡ Урал беренселеге ойоштороласаҡ. Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан тыш, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарына ла сәфәр көтөлә, шулай уҡ спорт ҡоролмалары алып барасаҡтар, йәнә өс ринг тапшырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас