Спорт һәм туризм
7 Февраль 2021, 07:30

Азалия тағы еңеү килтерҙе!

Октябрьский ҡыҙы - беҙҙең ғорурлығыбыҙ!

Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы Азалия Әминева бокс буйынса юниорҙар араһында үткән Рәсәй беренселегендә ҙур еңеү яуланы. Ярыштар илдең баш ҡалаһы янындағы Королев ҡалаһында үтә. Финалда ҡыҙ Владимир ҡалаһынан килгән спортсыны 64 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңә алды.
Азалияны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров еңеү менән ҡотлап, уға ҙур ышаныс белдерҙе.
“Дөрөҫөн әйткәндә, мин Азалияның көсөнә икеләнмәнем дә. Был йәш спортсының бер тапҡыр ғына еңеү килтермәйәсәгенә уның үҙе һәм тренеры менән һөйләшкән саҡта уҡ аңланым. Был хәл уның Черногорияла бокс буйынса Европа беренселегендә еңгәндән һуң булды. Ҡыҙыбыҙ, әлбиттә, үҙенсәлекле. Һылыу һәм аҡыллы. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Азалияға һәм уның тренерына яңы еңеүҙәр теләйем! Ә беҙ артабан да уның өсөн көйәсәкбеҙ һәм бөтә республика менән хуплап торасаҡбыҙ,” - тип яҙған Андрей Назаров социаль селтәрҙәге битендә.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас