Спорт һәм туризм
7 Февраль 2021, 16:00

Көрәшселәр бер келәмгә йыйылды

Шаран районында киокушин каратэһы буйынса ярыштар уҙҙы...

Бөгөн Шаран ауылындағы спорт-һауыҡтырыу комплексында киокушин каратэһы буйынса Салауат Юлаев исемендәге III халыҡ-ара интернациональ күнекмә ярышы үтте.
Спорт комплексында республиканың Шаран, Туймазы, Ауырғазы, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан һәм Татарстан республикаһынан, Ырымбур ҡалаһынан дүрт йәштән 17 йәшкә тиклемге 300-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты.
Пандемия арҡаһында был ярыштар бер нисә тапҡыр кисектерелде. Ниһайәт, бөгөн улар йөҙгә-йөҙ осрашты. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов, ”Рәсәй киокушин каратэһы союзы” физкультура-спорт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Һабанғолов тәбрикләне.
Тәүҙә келәмгә кескәй спортсылар сыҡты, аҙаҡ өлкәнерәк көрәшселәр ярышты. Судья коллегияһы йәш чемпиондарҙан торҙо, улар көрәш ҡағиҙәләренең боҙолмауын иғтибар менән күҙәтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса йәш спортсылар кубоктар, миҙалдар менән бүләкләнде, иң мөһиме, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алды.
Фото: Шаран районы хакимиәте.
Читайте нас