Спорт һәм туризм
9 Февраль 2021, 10:30

Биатлонды күптәр ярата

Өфөлә йәш спортсылар араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды.

Өфөлә йәш спортсылар араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе, республиканың Биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһының Попечителлек советы рәйесе Александр Сидякин, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәй биатлонсылары союзы идараһы ағзаһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Иван Черезов ҡатнашты.
– Бөгөн бында йыйылыуыбыҙ бик яҡшы. Яҡшы ярыштарҙы һағынғайныҡ, – тип хәбәр итте Александр Сидякин. – Беҙ Башҡортостанда биатлонды яратабыҙ. Уның менән беҙҙәге ҙур ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла спорт үҙәктәрендә бер мең тирәһе кеше шөғөлләнә. Биатлонсыларыбыҙ Максим Чудов, Антон Бабиков, Эдуард Латиповтың еңеүҙәре менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә яңы спорт уңыштарын теләйбеҙ!
– Башҡортостан – бай биатлон тарихы булған төбәк, – тине Иван Черезов. – Ошо көндәрҙә донъя чемпионаты старт ала, илебеҙҙең йыйылма командаһындағы алты спортсынан икәүһе – Башҡортостандыҡы. Улар – Антон Бабиков һәм Эдуард Латипов. Биатлон сәскә атһын һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаһын өсөн көс һалғандарға ҙур рәхмәт!
Тантаналы сара тамамланғанда Александр Сидякин Өфө, Белорет, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Ишембай һәм Мишкәләге спорт мәктәптәре етәкселдәренә битатлон һәм саңғы ярыштары үҫеше өсөн спорт кәрәк-яраҡтары, техника алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Ярыштарҙа Мурманск, Ульяновск өлкәләренән, Забайкалье крайынан һәм Башҡортостандан 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнаша. Ярыштар коронавирус инфекцияһына ҡаршы сараларҙы күҙәтеү ярҙамында үткәрелә.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас