Архангел ауылында “Импульс” Балалар ижады һәм спорт үҙәге эшләп килә. Ошо үҙәктә балаларҙың ижади һәләтен асыу, уларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу, спортҡа йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла.
“Импульс” үҙәгенең иң әүҙем, һөҙөмтәле эшләгән тренерҙарының береһе Илдар Әхәт улы Әхмәтйәнов менән осрашырға насип булды. Тренировкаға килгән балаларға үҙаллы күнекмәләр эшләй торорға ҡушты ла, беҙҙең менән (район хакимиәтенең физик культура һәм спорт, йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Алевтина Тиунова менән бергә барғайныҡ) ихлас әңгәмәләшеп алды.
Илдар Әхмәтйәнов Архангел районының Үрге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫә. Бәләкәй сағында ата-әсәһе Урта Азияға күсеп китә һәм ул шунда урта мәктәпте тамамлай, артабан уҡыуын Ташкент дәүләт педагогия институтының физкультура факультетында дауам итә. 8-се кластан башлап ирекле көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған егет студент йылдарында ошо төр буйынса спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормативын үтәй.
Физик яҡтан көслө, мыҡты кәүҙәле егетте әрме сафына алалар һәм иң яуаплы, иң ҡурҡыныс урынға – Афғанстанға ебәрәләр. Ул ике йыл буйы ут араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашып йөрөй. Бәхеткә күрә, һуғыш барған ерҙән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. СССР тигән ҙур илебеҙ тарҡалғандан һуң, уның ата-әсәһе Силәбе өлкәһенә ҡайтып төпләнә. Илдар Әхәт улы ла улар менән бергә ҡайта һәм бер ни тиклем шул яҡта тренер булып эшләй. Бынан 12 йыл элек ул тыуған районына ҡайтырға ҡарар итә һәм “Импульс” үҙәгенә тренер булып эшкә урынлаша.
– Илдар Әхмәтйәновтың районға эшкә ҡайтыуы беҙҙең өсөн ҙур табыш булды. Бөгөн ул өс йәш төркөмөндәге 80-дән ашыу бала менән шөғөлләнә. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында төбәк-ара, республика ярыштарында ирекле көрәш буйынса призлы урындарҙы яулағандар байтаҡ. Балаларыбыҙҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спортҡа йәлеп итеү буйынса ул ҙур эш алып бара, – ти район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Ғаяз ҡыҙы уның хаҡында.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указы менән Рәсәй төбәктәренән беренсе булып республикала “Ауыл тренеры” проекты эшләй башланы. Был проектҡа ярашлы, йыл һайын 100 тренерға 600 мең һум күләмендә аҡсалата грант тапшырыу ҡаралған. Архангел районында Илдар Әхәт улы тәүгеләрҙән булып ошо “Ауыл тренеры” грантын алыуға өлгәшкән. Быға тиклем дә райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашып килгән Илдар Әхмәтйәнов тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлаған.
Эйе, ул районда Афған һуғышы ветерандары советы рәйесе, район Советы депутаты ла булып тора. Бөгөн уның тәрбиәләнеүселәре район мәҙәниәт һарайы менән бер ҡыйыҡ аҫтында булған бәләкәй генә залда шөғөлләнә. Архангел районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров үҙе лә, спорттың көрәш төрөн үҙ итеүсе булараҡ, Илдар Әхмәтйәновтың эшмәкәрлеге менән танышырға форсат таба. Ул киләсәктә Архангел ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөргә вәғәҙә бирә. Әле төҙөлөштөң проект-смета документтары әҙерләнә, төҙөлөш урыны билдәләнгән дә инде. Илдар Әхәт улы ғына түгел, барлыҡ спорт һөйөүселәр, ата-әсәләр был төҙөлөштө түҙемһеҙләнеп көтә.
– Әлегә мин ике сығарылыш спортсылар тәрбиәләнем. Улар араһында республика призерҙары ла булды, минең юлды һайлап, юғары уҡыу йорттарының физкультура факультеттарына, физкультура техникумдарына уҡырға инеүселәр бар, кескәйҙәр төркөмөнә 5-6 йәштән башлап ҡабул итәм. Тап уларҙан чемпиондар тәрбиәләп була, бәләкәй саҡтарынан уҡ шөғөлләндереүгә етмәй. Күнекмәләр ярҙамында бит балаларҙың кәүҙә торошо, мускулдары үҫешә, – ти Илдар Әхәт улы.
Илдар Әхмәтйәнов хаҡында һүҙ йөрөткәндә, шуны ла билдәләп үтмәй булмай: эш һөҙөмтәләре буйынса ул төрлө кимәлдәге күп һанлы Маҡтау грамоталарына эйә булған. Улар араһында Рәсәйҙең Олимпия комитетының Рәхмәт хаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы ла бар. Әйткәндәй, башҡорт рухлы уҙаман “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыуын билдәләне. Ошондай тренерҙар булғанда, Архангел районынан да республика, ил, донъя чемпиондары үҫеп сығыр әле.