Спорт һәм туризм
10 Февраль 2021, 17:00

Салауат Нафиҡов вазифаһынан китте

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ул...

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов үҙ теләге менән вазифаһынан китте. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ул хеҙмәт юлын махсус һаҡланған биләмәләр дирекцияһында дауам итәсәк.
Салауат Нафиҡов комитет етәксеһе итеп 2019 йылдың октябрь аҙағында тәғәйенләнгәйне.
Ул сығышы менән Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. 2007–2008 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы Совет районының 48-се поликлиникаһында хужалыҡ бүлеге начальнигы, 2008 – 2011 йылдарҙа – “Башкирнефтепродукт” йәмғиәтенең нефть базаларында ҡоролма машинисы, 2011 – 2015 йылдарҙа – Әбйәлил районы Ташбулат ауылы биләмәһе башлығы, 2015 – 2017 йылдарҙа – “Яҡтыкүл” шифаханаһында ялды ойоштороу хеҙмәте етәксеһе. 2017 – 2018 йылдарҙа – “Яҡтыкүл” шифаханаһы директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, 2018 – 2019 йылдарҙа “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры булып эшләй.
Читайте нас