11 февралдә ТАСС-та онлайн тәртибендә ХХХIХ асыҡ “Рәсәй саңғы юлы-2021” Бөтә Рәсәй күмәк ярыштарын үткәреүгә арналған матбуғат конференцияһы булды.
Рәсәйҙең спорт министры Олег Матицын, Мәскәү өлкәһенең физик культура һәм спорт министры Роман Терюшков һәм Саңғы ярыштары федерацияһы президенты, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Елена Вяльбе быйылғы иң күмәк ҡышҡы ярыштың тәртибе, уны ойоштороу үҙенсәлектәре, төбәктәрҙең ошо сараға әҙерлеге, “Рәсәйҙең саңғы юлы” үҙәк стартын уҙғарыу тураһында һөйләне.
Мәскәү менән элемтәгә шулай уҡ Башҡортостандың, Мурманск һәм Новосибирск өлкәләренең физик культура, спорт тармағындағы башҡарма власть органдары сыҡты.
Башҡортостандың физик культура һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, төбәктәге муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан саңғы ярышында 120 мең самаһы кешенең ҡатнашыуы күҙаллана.
"Физик культураны һәм спортты үҫтереү, республика башҡарма власть органдарының абруйын күтәреү маҡсатында ярыштарҙа Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хакимиәт башлыҡтары ла ҡатнаша. Почетлы ҡунаҡтар араһында танылған спортсылар, Олимпия уйындарында еңеүселәр, призерҙар буласаҡ. Сарала уларҙың да ҡатнашыуы ярыштың мәртәбәһен арттырып, саңғы спортын, шулай уҡ физик культураны, спортты үҫтереүгә этәргес бирәсәк", – тине ул.