2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексын ҡарағайны. Йәш спортсылар төбәк Башлығына ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн автобус биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне.
2020 йылда спорт мәктәбе “Газель NEXT” автобусына эйә булды. Хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа, турнирҙарҙа ҡатнаша ала. Һөҙөмтәлә 2021 йыл башында көрәшселәр Альфред Ҡолһарин һәм Азамат Собханғолов Башҡортостандың “Йыйын” төбәк-ара мәғариф-мәҙәни йәштәр форумында беренсе урын яуланы.
Ағиҙел ҡалаһында үткәрелгән билбаулы көрәш буйынса Башҡортостан беренселегендә лә Камилла Рафиҡова – беренсе, Аслиддин Отабоев икенсе урынға сыҡты.
2007-2008 йылдарҙа тыуғандар араһында көрәш буйынса республика беренселегендә Ринат Аллабирҙин үҙенең ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булған һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алған. Искәндәр Арыҫланов менән Рәмил Көмөшбаев – көмөш, Илмир Аҡкүбәков бронза миҙал яулаған.
Күптән түгел үткәрелгән III асыҡ Евразия студент көрәш төрҙәре буйынса уйындарҙа ғәмәлдәге донъя чемпионынан ғына ҡалышҡан һәм икенсе урынға сыҡҡан.
Белешмә. Стәрлебаш районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 867 кеше шөғөлләнә, ун спорт төрө буйынса 11 тренер-уҡытыусы эшләй. Шахмат, волейбол, көрәш буйынса дәрестәр үткәрелә. Райондағы өс мәктәптә – Первомайский, Татыр-Арыҫлан, Стәрлебаш ауылдарындағы белем усаҡтарында – “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты тормошҡа ашырыла.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.