Хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, хатта тотош донъяла хоккей – күптәрҙең яратҡан спорт төрө. Кемдер уның менән үҙе өсөн генә шөғөлләнһә, икенселәр команда составында тыуған төбәге һәм тотош ил данын яҡлай. Бына ошондай хоккейсыларыбыҙҙың береһе – һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин. Йәш яҡташыбыҙҙың спорт донъяһына тәүге аҙымдарын яһағанда ныҡлы терәк-таянысы булған, уның барлыҡ ҡаҙаныштарын да, көйөнөстәрен дә, һөйөнөстәрен дә йөрәге аша үткәргән, көн дә уға иң изге теләктәрен юллаған әсәһе Эльвира Марат ҡыҙы МӨХӘМӘҘУЛЛИНА менән ошо ғәжәйеп спорт донъяһы, улының хоккейҙағы тәүге аҙымдары һәм башҡалар хаҡында әңгәмәләштек.
– Эльвира Марат ҡыҙы, башта үҙегеҙ менән бер аҙ таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуғанмын, бала сағым Аҡморонда үтте. Ә урта мәктәпте Өфөләге Нижегородка ауылында тамамланым. Артабан Өфө дәүләт авиация-техник университетында белем алдым. Шунан һуң кейәүгә сыҡтым. Ғаиләбеҙҙә Мостафа һәм Шакир исемле улдарыбыҙ үҫә.
– Тимәк, Һеҙ үҙегеҙ спортҡа бәйле кеше түгелһегеҙ. Ә улығыҙ Шакирҙың хоккей менән ҡыҙыҡһыныуы, ғөмүмән, спорт донъяһын үҙ итеүе ҡасан башланды?
– Ғаиләбеҙҙә өлкән улым Мостафа, тәүгеләрҙән булып, спорт менән шөғөлләнә башланы. Өҫтәүенә тап ул хоккейҙы һайланы. Ағаһынан күреп Шакир ҙа үҙен спорт секцияһына яҙыуыбыҙҙы һораны.
– Был ваҡытта балаларығыҙға нисә йәш ине?
– Улдарыбыҙ спорт менән ныҡлап мауығып киткәндә уларға дүрт-биш йәш ине.
– Әммә артабан Шакир ғына хоккей менән ныҡлап шөғөлләнергә тотондомо? Әйткәндәй, уның беренсе тапҡыр хоккей секцияһына барыуын яҡшы хәтерләйһегеҙҙер, моғайын?
– Өлкән улыбыҙ Мостафа хәҙер Мәскәүҙә уҡый. Хоккейҙан айырылманы, катокка йөрөй, һәүәҫкәрҙәр ярыштарында ҡатнаша. Ә Шакирға беренсе тапҡыр хоккей секцияһына яҙылған сағында дүрт йәш тулған ине. 2002 йылда тыуған малайҙарҙың йыйылма командаһы булмағас, улыбыҙҙы 2001 йылғы балалар менән шөғөлләнгән тренер Борис Михайлович Тимофеевҡа алып барҙыҡ. Ул Шакирға, бәләкәй булғанға күрә, аҙнаһына ике-өс тапҡыр ғына килеп шөғөлләнергә рөхсәт итте. Һуңғараҡ, 2002 йылғы малайҙарҙың йыйылма командаһы асылғас, Шакир Василий Анатольевич Чижовтың ҡул аҫтында көн һайын шөғөлләнә башланы. Ул Шакирҙың беренсе тренеры булып һанала.
– Шакир күнекмәләргә һәр саҡ ҙур теләк менән йөрөнөмө? Әллә уның спортты ташлайым тигән мәлдәре лә булдымы?
– Улыбыҙ һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән хоккей секцияһына барҙы, күнекмәләрҙе бер ҙә ҡалдырмаҫҡа тырышты. Киреһенсә, мин үҙем ҡайһы ваҡытта баламдан ял көндәрендә йоҡларға, бының өсөн бер нисә күнекмәһен ҡалдырыуҙы һорай торғайным, сөнки уларға сәғәт 7-селә һәм йыш ҡына унан да иртәрәк йоҡонан уянырға кәрәк ине. Ләкин Шакирҙы үҙ фекеремә ышандырыу һис мөмкин булманы. Команда менән йәйге ялға барыр өсөн дә ғаилә менән диңгеҙҙә ял итеүҙән баш тарта торғайны.
– Күптәр спортҡа балаңды биреү өсөн аҡса күп кәрәк, тип иҫәпләй. Һеҙ был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?
– Һәр спорт секцияһы аҡсалата сығымдарҙы талап итә, әлбиттә. Әммә кәрәкле сумманы алдан планлаштырыу һәм ғаилә бюджетына индереү фарыз. Ни тиһәң дә, ул баланың киләсәге өсөн кәрәк. Өҫтәүенә һәр саҡ төрлө ҡатмарлы тойолған хәлдән сығыу юлы бар. Мәҫәлән, яңы форма урынына спорт секцияһына йөрөгән өлкәнерәк балаларҙан уларҙың элеккеһен арзаныраҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Әйткәндәй, форма башта комплект итеп алына, артабан балағыҙ үҫә барғас, уны әкренләп алмаштырырға мөмкин.
Үҙебеҙгә килгәндә, өлкән улым беренсе форма комплектын ҡустыһына бирҙе. Һуңғараҡ үҙебеҙ ҡайһы бер кәрәк-яраҡты – өлкәнерәк егеттәрҙән, ҡайһыларын кибеттән һатып алдыҡ.
– Шуныһы һөйөнөслө: “Толпар” командаһында уйнағандан һуң хәҙер Шакир “Салауат Юлаев”тың төп составында ла үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Карьяла кубогына турнирҙа ла Рәсәй командаһы составында шәп уйнаны һәм илебеҙ хоккейсылары еңеү яуланы. Һеҙ был ваҡытта улығыҙ өсөн бик ныҡ тулҡынланғанһығыҙҙыр, моғайын?
– Улыбыҙҙың уңыштарына бик шатбыҙ, ҡайһы саҡта быларҙың барыһына ла хатта ышаныуы ла ҡыйын. Кисә генә ул матчтарға үҙе йүгерә, уйындан һуң урамға сыҡҡан тотош донъяға билдәле хоккейсылар менән фотоға төшөп, уларҙың автограф биргәндәрен көтөп йөрөй ине. Ә бөгөн бына ошо уҡ спортсылар менән бергә уйнай
- Улығыҙ ҡатнашҡан матчтарҙың барыһын да ҡарайһығыҙмы?
– Әлбиттә, ғаиләбеҙ менән Шакир уйнаған барлыҡ матчтарҙы ла ҙур кинәнес һәм ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барабыҙ. Уның һәм тотош команда өсөн борсолабыҙ, уларҙың еңеү яулауын теләйбеҙ.
- “Салауат Юлаев”тың баш ҡалабыҙҙан ситтә үткәрелгән матчтарға даими барыу мөмкинлеге килеп сыҡмаһа ла, “Өфө-Арена”ла Шакир ҡатнашлығындағы матчтарҙың барыһын да ҡарайһығыҙҙыр, моғайын?
- Әлбиттә, Өфөлә уҙғарылған барлыҡ матчтарға ла, мөмкинлек булһа, һәр ваҡыт барырға тырышабыҙ. Ҡайһы ваҡыт туғандар менән бергәләп ҡарайбыҙ.
- Улығыҙ боҙҙа уйнаған саҡта ниндәй уйҙар кисерәһегеҙ?
- Матч ваҡытында барлыҡ йәнем, йөрәгем һәм уйҙарым менән – улымдың янындамын. Өләсәһе – минең әсәйем дә – ейәне ҡатнашасаҡ һәр матч алдынан уның уңышлы уйнауы өсөн доға ҡыла. Ул, ғөмүмән, Шакирға даими яҙа, шылтырата, йылы һүҙҙәрен әйтә
- Балаларын спортҡа бирергә теләгән ата-әсәләргә кәңәштәрегеҙ ниндәй булыр?
– Ҡыҙының йәки улының спорт менән шөғөлләнеүен теләгән ата-әсәләргә шуны әйткем килә: был – дөрөҫ ҡарар. Сөнки спорт балаларҙы төрлө йәһәттән үҫтерә, улар тәртипле, яуаплы, көслө рухлы, ныҡышмал, сәмсел була, өҫтәүенә тиҙ генә үҫә башлайҙар. Тимәк, спорттың сәләмәтлек өсөн дә файҙаһы ҙур. Ләкин был теләк ата-әсәләрҙең бер яҡлы ҡарары ғына түгел, ә баланың да ҡыҙыҡһыныуы, маҡсаты булырға тейеш. Өҫтәүенә ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ үҙе яратҡан спорт секцияһын һайлаһын. Юғиһә күптәр балаһының ҡасандыр үҙҙәре хыялланып тормошҡа ашыра алмаған йәиһә абруйлы спорт төрөн һайлауын теләй. Был – бөтөнләй дөрөҫ булмаған фекер. Шулай итеп, ҡайһы бер ата-әсәләр улының йәки ҡыҙының спорт менән шөғөлләнеү теләген юҡҡа сығара. Бынан тыш, спортсылар мәктәптә насар уҡый, тигән һүҙҙәргә лә ышанырға ярамай. Улар, башҡалар кеүек үк, шундай уҡ белем ала, ҡайһы ваҡытта хатта йәштәштәренә ҡарағанда яҡшыраҡ уҡый.
Иң мөһиме: һәр саҡ балаларҙы яратырға, уларға ышанырға һәм барлыҡ уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итергә кәрәк.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Эльвира Марат ҡыҙы!
Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.
Фото: Эльвира Мөхәмәҙуллинаның шәхси архивынан.
Шакир Мөхәмәҙуллин 2002 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Ул – һаҡсы. “Салауат Юлаев” хоккей командаһы мәктәбендә тәрбиәләнгән. Егет 2018-2019 йылда профессиональ кимәлдә “Толпар” йәштәр командаһы составында уйнай башлаған. 2019-2020 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тың төп составында сығыш яһау бәхетенә өлгәшкән.
Былтыр 5 сентябрҙә Череповецтың “Северсталь” командаһына ҡаршы уйнағанда 18 йәшлек Шакир лигала беренсе шайбаһын индерҙе. Шулай итеп, ул “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лигаһында гол кереткән иң йәш уйынсы булып танылды. Бынан тыш, лигалағы 2002 йылғылар араһында рәсми матчта ошондай уңышҡа өлгәшкән беренсе хоккейсы ла. Егет 2020 йылдың 7 октябрендә океан аръяғындағы драфтың тәүге раундында 20-се булып “Нью-Джерси Девилз” клубы тарафынан һайланды. Хельсинки ҡалаһының “Хартвалл Арена” боҙонда үткән Карьяла кубогына хоккей турнирында илебеҙ командаһы составында “Салауат Юлаев”тан Шакир Мөхәмәҙуллин, Родион Әмиров, Данил Башкиров һәм Данил Алалыкин ҡатнашты.
Карьяла кубогы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш хоккейсыларҙан торған Рәсәй командаһы был мөһим спорт сараһының кубогын яуланы! Әйткәндәй, ил командаһы өсөн сығыш яһаған егеттәрҙең береһенә лә 20 йәш тулмаған әле. Йәш хоккейсыларҙан торған команданың ошондай мәртәбәле уңышҡа өлгәшеүен быға тиклем хоккей донъяһы белмәй ине. Шуныһы үҙенсәлекле: яҡташыбыҙ, 18 йәшлек Шакир Мөхәмәҙуллин тыуған Башҡортостанына еңеү менән ҡайтты.