Спорт һәм туризм
13 Февраль 2021, 15:00

Бар Рәсәй халҡы саңғыға баҫты

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ошондай сараларға иғтибар артасаҡ. Уларҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Бөгөн "Рәсәй саңғы юлы-2021" Бөтә Рәсәй күмәк саңғы уҙышы үтә. Уға Башҡортостан халҡы ла әүҙем ҡушылды – сара республиканың барлыҡ район-ҡалаларында бара.

Ысынлап халыҡ байрамына әйләнгән ярышта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, студенттар, ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Һөҙөмтәлә бөгөн меңәрләгән кеше саңғыға баҫты.
Өфө ҡалаһының һәр районында айырым ярыштар үтте. Мәҫәлән, Совет районы был сараны, йылдағыса, Башҡортостан урмансылары паркында ойошторҙо. Биш йәштән алып саңғысылар үҙ төркөмөндә көс һынашты, биш уҙыш ойошторолдо. Мәҫәлән, өлкәндәр араһында 75 йәшлек һәүәҫкәр спортсы ҡатын да бар ине. Шуға ла был сара күмәк спортты үҫтереүгә тос өлөш индерә тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Әйткәндәй, быйыл республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ошондай сараларға иғтибар артасаҡ, уларҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
“Рәсәй саңғы юлы” Бөтә Рәсәй саңғы ярышы – илдә уҙғарылған иң ҙур сараларҙың береһе. Ул 1982 йылдан бирле үткәрелеп килә.
Автор фотоһы.
Читайте нас