Башҡортостан
+16 °С
Ясна
VK
OK
РУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Февраль 2021, 21:30
Романтик сараға ҡушылығыҙ!
Иртәгә, 14 февралдә, 12.00 сәғәттә баш ҡаланың Башҡортостан урмансылары паркында парлылар өсөн романтик йүгереү ойошторола.
Иртәгә, 14 февралдә, 12.00 сәғәттә баш ҡаланың Башҡортостан урмансылары паркында парлылар өсөн романтик йүгереү ойошторола. Был – бере-берегеҙгә хис-тойғоларығыҙҙы белдереү, кәйефте күтәреү, ыңғай кисерештәр алыу өсөн бер мөмкинлек, ти ойоштороусылар.
Дистанциялар түбәндәгесә: 2,5 километр (бер әйләнеш), 5 километр (2,5 километрҙан ике әйләнеш), 10 километр (4 әйләнеш) һәм 21,1 километр (7 әйләнеш). Уларҙы яңғыҙ йә парлап үтергә мөмкин.
Дистанция еңеүселәрен бүләктәр көтә: брендлы браслеттар һәм йөрәк формаһындағы миҙалдар.
Сарала теләгән бар парҙар ҡатнаша ала. Шарттары: иғәнәһен түләү һәм медицина белешмәһен күрһәтеү.
Ошо һылтанма буйынса теркәлеү үтеп, старт һанын алырға кәрәк:
https://russiarunning.com/event/loverun2021/
Шулай уҡ 17.00 - 20.00 сәғәттә Энтузиастар урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан "Decathlon" спорт магазинында ла теркәлергә мөмкин. Сара көнөндә теркәлеү булмаясаҡ.
Романтик сараға ҡушылығыҙ!
Фотолар: "Бәйләнештә".
Читайте нас в