Спорт һәм туризм
15 Февраля 2021, 09:30

"Беҙ тап шундай кеше эҙләй инек"

Радий Хәбиров Туризм буйынса дәүләт комитетының яңы рәйесе менән таныштырҙы.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе менән таныштырҙы. Был вазифаға Эльмира Туҡанова тәғәйенләнде. Быға тиклем ул күрше Свердловск өлкәһендә Туризмды үҫтереү үҙәге директоры булып эшләгән.
– Ул беҙҙең яҡташыбыҙ, Ейәнсура районының Таҙлар ауылында тыуып үҫкән. Аҙаҡ республикабыҙҙың күп һәләтле йәштәре кеүек ситкә уҡырға киткән, ул Нижневартовск ҡалаһында юғары белем алған, төрлө музей уреждениеларында эшләгән. Уның тәжрибәһе бик ҙур. Беҙ тап шундай кеше эҙләй инек, – тине республика етәксеһе.
Быға тиклем Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләгән Салауат Нафиҡовҡа Радий Хәбиров рәхмәт әйтте һәм уға яңы эш табылыуы тураһында хәбәр итте.
– Эльмира Наил ҡыҙы, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Тик шуны белегеҙ, беҙҙең командала йәш хәрби курсы юҡ, бөгөндән ныҡлап эш башлағыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Эльмира Туканова / Facebook.com

Читайте нас