Спорт һәм туризм
17 Февраль 2021, 16:30

Светлана Хоркина Башҡортостанға килде

Был сәфәр хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ниҙәр яҙҙы?

Рәсәй Спорт гимнастикаһы федерацияһы вице-президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Светлана Хоркина эш сәфәре менән Башҡортостанда булды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, Светлана Хоркина Башҡортостанға яңы Спорт гимнастикаһы үҙәген ҡарау һәм спорттың был төрөндәге проблемаларға иғтибарҙы йүнәлтеү өсөн килгән. “Беҙҙең өсөн балаларыбыҙҙың Спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй йыйылма командаһына эләгеүе өсөн әҙерлекле, барыһы менән дә йыһазландырылған залдарҙа шөғөлләнеүе мөһим. Объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң махсус ҡоролмаларҙы үҙгәртеп эшләргә булмаһын. Спорттың был ауыр төрөндә залдар ҡоролошо ҙур роль уйнай”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Радий Фәрит улы шулай уҡ Светлана Хоркинанан етди иҫкәрмәләрҙең булмауы, төҙөүселәргә ҡиммәтле кәңәштәр биреүе хаҡында хәбәр иткән. Барлыҡ теләктәр, төҙәтмәләр мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ, тип яҙған республика Башлығы.
“Маҡсатыбыҙ – беҙҙә ҙур спорт “йондоҙсоҡ”тары тыуһын өсөн барыһын да эшләү. Улар Рәсәйҙең йыйылма командаһына эләкһен, ил чемпионаттарында һәм киләсәктә Олимпия уйындарында ҡатнашһын”, – тип яҙған Радий Фәрит улы.
Бында хореография һәм ике гимнастика залы буласаҡ. Спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн ҡунаҡхана номерҙары ла ҡаралған. “Светлана Васильевнаны объектты асҡанда көтәбеҙ. Беҙҙең төҙөүселәр уны ваҡытынан алда – ағымдағы йылдың 1 ноябренә – тапшырырға вәғәҙә бирҙе”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас