Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Шишмә бүлексәһенең “Мөмкин булмаған мөмкин” проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын отто.
Тиҙҙән Шишмәләге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә адаптив физкультура менән шөғөлләнәсәк. Грант аҡсаһына йүгереү юлын, Бубновскийҙың күп функциялы тренажерын, швед стенкаһын һәм спорт ҡулайламаларын һатып алмаҡсылар.
Проекттың авторы – Эльза Янбаева, команда һәм шәхси иҫәптә коляскала фехтование буйынса спорт мастеры, күп тапҡыр Рәсәй кубоктары чемпионы һәм ил чемпионаттары призеры.
Фото: президентскиегранты.рф