Спорт һәм туризм
18 Февраль 2021, 18:45

"Вәғәҙә бирҙек - һүҙебеҙҙе тотабыҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың хыялын тормошҡа ашырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Уларҙың барыһы ла хоккей уйнарға ярата, әммә ысын һөнәри матчты бер ҡасан да туранан-тура ҡарау мөмкинлеге булмаған.
Бөгөн Яңауылдағы коррекциялау мәктәп-интернаты уҡыусылары баш ҡаланың “Өфө-Арена” майҙанында үткән Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барыҫ” командалары араһындағы уйынды ҡарарға саҡырылды.
Балалар “Өфө-Арена”ға матч башланғанға тиклем үк килде. Уларға спорт һарайы буйлап экскурсия ойошторҙолар, “Салауат Юлаев” хоккей клубының бай тарихы тураһында һөйләнеләр.
Радий Хәбиров балаларҙың Ҙур хоккейға килеүе тураһында Инстаграмдағы сәхифәһендә хәбәр итте, фотоһүрәттәр урынлаштырҙы. "Вәғәҙә бирҙек - һүҙебеҙҙе тотабыҙ", - тип яҙҙы ул.
Бөгөнгө матч "Салауат Юлаев"тың еңеүе менән тамамланды. Иҫәп - 3:2.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас