Спорт һәм туризм
17 Февраль 2021, 19:20

"Яңы еңеүҙәр яуларға дәртләндерәсәк"

Республикала футболды үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөлдө.

Рәсәй спорт министрлығы, Рәсәй футбол союзы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Футбол федерацияһы футболды үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөнө.
Документҡа Рәсәй спорт министры Олег Матыцин, Рәсәй футбол союзы президенты Александр Дюков, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республиканың Футбол федерацияһы рәйесе Ринат Шәйбәков ҡул ҡуйҙы.
Килешеүгә Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем дөйөм милли футболды үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу һәм “Спорт – тормош нормаһы” федераль проектына ярашлы ҡул ҡуйылды. Ул артабан Башҡортостанда футболды үҫтереү эшен системалаштырыуға ярҙам итәсәк, шулай уҡ республикала футбол менән системалы рәүештә шөғөлләнгән өлкәндәр һәм балалар һанын арттырыу өсөн шарттар булдырыу өсөн кәрәк.
"Килешеүҙең маҡсаты – күп кеше шөғөлләгән спорт төрөн тағы ла популярыраҡ һәм һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ итеү. 2024 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда тулы размерлы футбол манежы һәм 1500 урынлыҡ трибуналы стадион төҙөү, муниципалитеттарҙа тулы размерлы алты һәм биш мини-футбол майҙансығын яңыртыу планлаштырыла, – тине Олег Матыцин. – Республикала яңы биш футбол бүлексәһен асыу, яңы тренерҙар һәм судьяларҙы уҡытыу планы ла бар. Бергәләп резерв әҙерләү системаһын булдырасаҡбыҙ, уның юғары нөктәһе булып Башҡортостанда тағы бер профессиональ клубҡа нигеҙ һалыу торасаҡ. Был республика мәктәптәрендә шөғөлләнгәндәргә үҙ төбәгендә уйын практикаһын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк".
– Футбол, һис шикһеҙ, Башҡортостандағы иң популяр һәм киң таралған спорт дисциплинаһы булып тора. Һәм беҙ үҙебеҙ алдына киләһе йылдарҙа футбол уйнаған кешеләр һанын арттырыу бурысын ҡуябыҙ. Әле республикала спорттың был төрө менән 15 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Беҙ уларҙың һанын арттырырға, быуындар бәйләнешен нығытырға теләйбеҙ. Балалар “Өфө” футбол клубының нисек уйнағанын күрһен һәм ҡайҙа үрләргә кәрәк икәнен аңлаһын ине, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең спортсыларға ярҙам итеү, тренерҙарҙың квалификацияһын күтәреү мөһим. Спорт инфраструктураһын үҫтереү ҙә - мөһим бурыс. Был йүнәлештә республика Хөкүмәте аныҡ аҙымдар яһай. Футбол майҙандары йылдан-йыл арта, ябыҡ футбол манежы төҙөлөшө бара. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан 2024 йылда универсаль футбол стадионы төҙөргә йыйынабыҙ. Бөгөн ҡул ҡуйған килешеү – бик мөһим ваҡиға, ул Башҡортостанда был спорт төрө үҫешенә этәргес бирергә, яңы еңеүҙәргә дәртләндерергә тейеш.
Рәсәй Футбол союзы президенты Александр Дюков билдәләүенсә, Башҡортостан – бай футбол тарихы һәм йолаһы булған төбәк. Бында даими рәүештә спорттың ошо төрө менән 65 мең кеше шөғөлләнә, 60 инфраструктура объекты эшләй.
"Килешеү нигеҙендә беҙ республикала күп кеше уйнаған футболды үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бында Мәктәп һәм Студент футбол лигалары булдырыласаҡ, улар төбәк футбол федерацияһы эгидаһы аҫтында үҫешәсәк. Физкультура уҡытыусылары өҫтәмә белем аласаҡ, шул иҫәптән “Футбол мәктәптә” Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашасаҡтары ла, – тине ул. – Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – спорт резервы системаһын булдырыу. 2024 йылға “Өфө” футбол клубы структураһына “Футбол академияһы”, "Рәсәй футбол союзының төбәк үҙәге” һәм “Балалар футболы үҙәге” статустары биреләсәк".
Республиканың футбол федерацияһы рәйесе Ринат Шәйбәков белдереүенсә, “Өфө” футбол клубының Рәсәй Премьер-лигаһына сығыуы, уның һуңғы йылдарҙа уңышлы сығыш яһауы, команданың Европа Лигаһы квалификацияһында дебюты үҫмерҙәр һәм балалар араһында футболға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
"Матди-техник базаһын нығытҡандан һуң “Нефтсе” стадионында көн һайын бер меңгә тиклем бала шөғөлләнә аласаҡ. Бөгөн был - республикала иң кәрәкле объект, – тине Ринат Шәйбәков. – Оҙаҡламай спорт комплексы составына ябыҡ футбол манежы инәсәк, ул федераль программаға ярашлы төҙөлә. Беҙҙең төп маҡсат – ябыҡ, заманса футбол стадионы төҙөү, ул иң юғары стандарттарға яуап бирергә тейеш. Бөгөнгө килешеү арҡаһында Башҡортостанда футбол тағы ла әүҙемерәк һәм тиҙерәк үҫешер тип ышанабыҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас