Республика Башлығы Радий Хәбиров допингҡа ҡаршы рейтингта спортсыларҙың алдынғылыҡты яулауы айҡанлы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Беҙҙең спортсылар ил буйынса допингҡа ҡаршы рейтингта беренсе урын яуланы. Уны Рәсәйҙең “РУСАДА” допингҡа ҡаршы агентлығы төҙөгән.
2019 йылда беҙ 32-се урында булһаҡ, бөгөн беренселекте яулауыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Бының артында республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән Спорт әҙерлеге үҙәгенең ғәйәт ҙур тырышлығы тора.
Иң мөһиме – допингҡа ҡаршы эштең бөтә критерийҙарын үтәү һәм ошо яҡшы һөҙөмтәне нығытыу”, – тип яҙған ул.