Спорт һәм туризм
20 Февраль 2021, 19:20

Етенсе тапҡыр рәттән еңеү яуланылар!

20 февралдә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” командаһы “Куньлунь Ред Стар” менән осрашты.

20 февралдә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” командаһы “Куньлунь Ред Стар” менән осрашты.
Беренсе осорҙа Сакари Маннинен, Данила Башкиров һәм Александр Кадейкин ҡунаҡтар ҡапҡаһына берешәр шайба индерҙе. Икенсеһендә Александр Кадейкин йәнә бер гол сәпәне. Тик артабан командабыҙ ҡапҡаһына Шон Коллинз, Спенсер Фу – берешәр, өсөнсө уйын осоро башында Джейсон Фрэм ике шайба индерҙе. Әммә матчтың 56-сы минутында Павел Коледов "Салауат Юлаев"ты беренселеккә сығарҙы. Шулай итеп, бөгөн командабыҙ 4:5 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Был – “Салауат Юлаев”тың етенсе тапҡыр рәттән еңеүе! 23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – ул Ригала урындағы “Динамо” менән уйнаясаҡ.
Фото: Наталья Овчарук.
Читайте нас