Спорт һәм туризм
22 Февраль 2021, 09:30

Күгәрсенгә хоккей уйнарға йыйылдылар

Күгәрсен районында Рамаҙан Әбдрәхимов кубогына шайбалы хоккей буйынса юбилей турниры уҙғарылды.

Күгәрсен районында Рамаҙан Әбдрәхимов кубогына шайбалы хоккей буйынса юбилей турниры уҙғарылды.
Хоккей – Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы халҡының иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Ауылда йыһазландырылған майҙансыҡ булмағанда сәләмәт тормош яҡлылар бағыусылар ярҙамында майҙансыҡты үҙҙәре төҙөгән. Күрше Бикес ауылында ла шулай иткәндәр. Хәҙер иһә теләүембәттәрҙең өр-яңы хоккей корты бар. Буш ваҡытында теләгән һәр кеше бында килеп конькиҙа шыуа, хоккей уйнай ала. Йыш ҡына башҡа ауылдарҙан һәм райондарҙан командаларҙы саҡыралар.
Рамаҙан Әбдрәхимов оҙаҡ ваҡыт “Ҡыҙыл байраҡ” колхозына етәкселек итә, партия ойошмаһы секретары бурыстарын башҡара. Ул талантлы ойоштороусы була. Рамаҙан Әбдрәхимов иҫтәлегенә уның улдары һәм ауылдаштары йыл һайын район-ара ярыштары уҙғара, балаларға спорт кәрәк-яраҡтары бүләк итә, иң яҡшы уйынсыларҙы һәм командаларҙы бүләкләй. Быйыл ярыш унынсы тапҡыр үткәрелде.
Сараны асыу тантанаһына Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр райондары командалары килде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов быйыл ярыштың приз фондын арттырыу тураһында хәбәр итте. Хәҙер беренсе урын өсөн спорт магазиндарының береһендә хоккей экипировкаһы һатып алыуға – 50 мең, икенсегә – 40 мең, өсөнсөгә – 30 мең һәм дүртенсе урынға 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, Башҡортостанда күмәк спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, иң яҡшы уйынсылар өсөн махсус наградалар булдырылған. Уларға тау саңғыһы комплекстарының береһендә төрлө хеҙмәттәрҙән файҙаланасаҡ, бассейнға бушлай йөрөй аласаҡ.
Фото: Азамат Ғәҙелшин.
Читайте нас