Көслө рухлы, ауырлыҡтарға бирешмәҫ яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең тормошон социаль селтәрҙәр аша күптәр күҙәтеп баралыр.
Ул Рәсәйҙең иң бейек нөктәһе Эльбрусҡа менгәндә һәр аҙымын тулҡынланып күҙәттек, маҡсатын тормошҡа ашырыуын теләнек. Ә бына Яңы йыл алдынан Рөстәм Нәбиев Америка Ҡушма Штаттарында булды, төрлө мажаралы хәлдәргә лә осраны. Быларҙың барыһы хаҡында ла хәбәр итеп барҙыҡ.
Ә көслө рухлы яҡташыбыҙҙың маҡсаттары күп әле. Әле ул Чо-Ойю тауын яуларға йыйыныуы хаҡында белдергән. Тауҙың бейеклеге - 8201 метр, ул бейеклеге буйынса Гималай массивында - бишенсе, ә донъялағы иң бейек тауҙар араһында алтынсы булып тора.
"Әле арҡамды нығытыу өсөн күнекмәләргә йөрөйөм. Апрель-майҙа ныҡлы әҙерлек буласаҡ", - тип яҙған блогер Инстаграмдағы сәхифәһендә.
Тормош ауырлыҡтарынан баҙап ҡалмаған яҡташыбыҙ ҡуйған маҡсаттарына өлгәшер, Чо-Ойю тауын да яулар тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Фото: Рөстәм Нәбиевтең шәхси архивы.