Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Февраль 2021, 14:30

"Ылаҡ" уйыны барҙа, башҡалары ары торһон!

Бөрйәндә үткән Урал батырҙың ҡышҡы уйындарында иң мауыҡтырғысы "Ылаҡ" уйыны булды. Унда кемдәр еңеү яуланы?

"Ылаҡ" уйыны барҙа, футбол, хоккейың ары торһон, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Айырмаһы шунда: туп урынына - кәзә кәүҙәһе, ә ҡапҡаларҙы ҙур тәгәрмәстәрҙән яһалған “ҡаҙан” алмаштыра. Бик мауыҡтырғыс тамаша, ысын ир-егеттәр алышы.
Әйткәндәй, ул беҙҙең республикала бер нисә йыл элек кенә үҫешә башланы. Әлегә был уйын уйын Урал аръяғы райондарында таралыу алған.
Бөрйән районы биләмәһендәге Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында уҙған Урал батырҙың ҡышҡы уйындарында ла "Ылаҡ" сараның төп биҙәге булды. Был ярышта дүрт команда көс һынашты. Сарала ҡатнашыу өсөн 60-тан ашыу башҡорт тоҡомло ат йәлеп ителде. Көсөргәнешле бәйгелә бөрйәндәр - Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы командаһы – беренсе, Баймаҡ районы командаһы – икенсе, Бөрйән районы Әтек ауылы командаһы өсөнсө урын яуланы. Еңеүселәргә аҡсалата бүләк, маҡтау грамоталары тапшырылды.
Урал батырҙың ҡышҡы уйындары республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына, төбәктә туризмды, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
Автор фотоһы һәм видеоһы.
Читайте нас в