Спорт һәм туризм
27 Февраль 2021, 19:15

Йыл еңел булмаһа ла...

Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән кәңәшмәһе үтте.

Күптән түгел республиканың Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән кәңәшмәһе булды.
Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, 13 тапҡыр Олимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова, респубиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, спорт мәктәптәре директорҙары, республиканың йәштәр берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Коллегия кәңәшмәһендә онлайн форматта Рәсәйҙең Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы рәйесе Артем Метелев та сығыш яһаны.
"Быйыл күп нәмә беренсе тапҡыр эшләнде һәм был көрсөк республикалағы спорт-масса сараларын ойоштороуҙың яңы ысулдарын формалаштырырға, эшкә төҙәтмәләр индерергә, яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәште көсәйтеүгә йүнәлтергә мәжбүр итте", – тине Ирек Сәғитов.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ведомствоның эш һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
Коллегия кәңәшмәһендә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, дәүләт, ведомство наградалары тапшырылды.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас