Спорт һәм туризм
3 Март 2021, 20:30

Өмөтөбөҙ аҡланманы...

Бөгөн Өфөлә "Салауат Юлаев" Силәбенең "Трактор"ы менән осрашты.

Континенталь хоккей лигаһы плей-офф уйындарының беренсе раундында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Салауат Юлаев" 1:3 иҫәбе менән еңелде.
Командабыҙҙан ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайбаны Владислав Картаев сәпәне. Ә беҙгә ике голды – Вячеслав Основин һәм береһен Виталий Кравцов индерҙе.
Серияла иҫәп “Трактор” файҙаһына – 1:0.
Киләһе матч шулай уҡ Өфөлә 5 мартта үткәреләсәк.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Читайте нас