Бөгөн “Салауат Юлаев” йәнә “Трактор” менән осрашты.
Был юлы Әнүәр Ғәтиәтуллин “Трактор” командаһы ҡапҡаһын һаҡларға Роман Виллды ҡуйҙы. Ә Томи Ламса “Салауат Юлаев” составына Павел Коледовты ҡайтарҙы.
Силәбеләр был юлы етеҙерәк уйнарға тырышты, әммә беҙҙең хоккейсылар, бигерәк тә Сакари Маннинен менән Маркус Гранлунд был мөмкинлекте бирмәне. Шулай итеп, бөгөн Юха Метсола икенсе тапҡыр рәттән командабыҙға ҡоро иҫәп – 3:0 – менән еңергә ярҙам итте.
“Салауат Юлаев” киләһе уйынын 11 мартта уҙғарасаҡ. Матч Өфө ваҡыты менән 19 сәғәттә башланасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.