Баҡалыла тантаналы шарттарҙа яңыртылған бассейн асылды. Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында был ваҡиға айырыуса мөһим.
Баҡалылар бассейн асылыр ваҡытты түҙемһеҙләнеп көттө. 1987 йылда эш башлаған “Дельфин”да бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелмәгән. Дүрт йыл элек бинаның ал яғын һәм ҡыйығын йүнәтергә аҡса бүленгән, тик йөҙөү резервуары менән эске яғын капиталь ремонтлау форсаты булмаған. Йүнәтеү эштәре республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.
Бинаның эске яғы ҙур үҙгәреш кисергән: ул күркәмләндерелгән, заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Яҡтыртыу, канализация, йылытыу, елләтеү, һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системалары тулыһынса яңыртылған.
Ингән ерҙә иркен тамбур эшләнгән, бинаға төкәтмә лә төҙөлгән. Уныһында елләтеү системаһы урын алған, икенсе эвакуацияланыу урыны булдырылған. Бар эштәр ҙә янғынға ҡаршы талаптарға ярашлы башҡарылған.
Икенсе ҡатта - ике уңайлы зал: береһендә йөҙөргә өйрәнеү буйынса теоретик белем бирелһә, икенсеһендә гимнастика һәм спорт-һауыҡтырыу аэробикаһы менән шөғөлләнергә мөмкин.
“Дельфин”да юғары квалификациялы тренерҙар һабаҡ бирәсәк. Тәжрибәле инструкторҙар әле уҡыу-күнекмә төркөмдәренең, башлап йөҙөргә өйрәнергә килгәндәр менән шөғөлләнеү дәрестәренең теҙмәһен төҙөй. Күнекмәләр графигы йөҙөргә яратҡандарҙың төрлө йәшен иҫәпкә алып эшләнә.
Баҡалылағы был шатлыҡлы ваҡиға тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеп, эшкә яҡшы баһа бирҙе.
Фото: vk.com/radiyhabirov