Спорт һәм туризм
11 Март 2021, 12:30

Тәтешлеләр йәнә – чемпион!

Спорт саралары өс ай буйы дауам итте.

Тәтешле районы хоккейсылары Пермь крайының көньяғындағы һәм Башҡортостандың төньяҡ райондарындағы 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында ойошторолған шайбалы хоккей буйынса район-ара ярыштарында ҡатнашты. Спорт саралары өс ай буйы дауам итте.
Урындағы команда уйынсылары үҙҙәренең чемпионлығын йәнә иҫбатланы – улар беренсе! “Өс ай дауамында Яңауыл ҡалаһы, Көйәҙе ҡасабаһы командалары менән ярыштыҡ. Бындай саралар ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙа тәжрибә уртаҡлашаһың, төбәк-ара һәм район-ара хеҙмәттәшлеккә юл асыла, сәләмәт тормошҡа иғтибар арта”, – тине Тәтешленең хоккей буйынса йыйылма командаһы капитаны Азамат Назаров.
Әйткәндәй, бындай спорт ярыштары районда йыш уҙғарыла. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли пректының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас