Спорт һәм туризм
12 Март 2021, 07:17

“Салауат Юлаев” өсөн һөйөнәбеҙ, көйәбеҙ...

Хоккей тураһында һөйләмәгән кеше бик һирәк хәҙер. Бигерәк тә көйәрмәндәр плей-офф уйындарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Өҫтәүенә, әле матчтар ҡыҙыу бара: һәр команданың Гагарин кубогын эләктергеһе килә. Тик бына хәҙер “Йокерит”, “Спартак” һәм “Торпедо” командаларына был бәхет тәтемәйәсәк. Матчтарҙа еңелеү сәбәпле, улар артабан уйнай алмаясаҡ.

Шулай итеп, 7 мартта “Салауат Юлаев” Силәбелә “Трактор” менән осрашты. Хужалар ҡапҡаһын Иван Федотов һаҡланы. Тик күп тә үтмәй, плей-офта уның тәжрибәһе етерлек түгел икәнлеге асыҡланды. “Трактор” голкиперы үҙ ҡапҡаһына өс тапҡыр рәттән шайба индерҙе.

Матчтың 13-сө минутында – Александр Кадейкин, 27-се минутта – Маркус Гранлунд, 32-се минутта Петр Хохряков “Трактор” ҡапҡаһына берешәр шайба сәпәне.

Силәбе хоккей командаһының тре­нерҙар штабы ҡапҡасыны алмаш­тырҙы, тик сираттағы голкипер Роман Вилл да үҙ бурысын яҡшы атҡара алманы. Һөҙөмтәлә юлаевсылар тағы бер шайбаны хужалар ҡапҡаһына индерҙе. Шулай ҙа Вячеслав Солодухин дүртенсе шайбаны “Трактор” командаһына барыбер сәпәне. Һөҙөм­тәлә еңеү “Салауат Юлаев” файҙа­һына 4:0 булды.

Сираттағы матч 9 мартта “Трактор-Арена”ла үткәрелде. Был юлы Әнүәр Ғәтиәтуллин “Трактор” командаһы ҡап­ҡаһын һаҡларға Роман Виллды ҡуй­ҙы. Ә Томи Ламса “Салауат Юлаев” составына Павел Коледовты ҡайтарҙы.

Силәбеләр был юлы етеҙерәк уйнарға тырышты, әммә беҙҙең хоккейсылар, бигерәк тә Сакари Маннинен менән Маркус Гранлунд был мөмкинлекте бирмәне. Шулай итеп, бөгөн Юха Метсола икенсе тапҡыр рәттән командабыҙға ҡоро иҫәп – 3:0 – менән еңергә ярҙам итте.

“Салауат Юлаев” 11 мартта сират­тағы уйынын уҙғарҙы. Матч Өфө ваҡыты менән 19 сәғәттә башланды.
Читайте нас