Өфө ҡалаһында Хәрби алыш төбәк-ара форумы программаһын раҫлау һәм ярыштарҙы үткәреү эштәренә әҙерлек башланды.
Турнир 27-28 мартҡа планлаштырылған. Белеүебеҙсә, республика Башлығы Указына ярашлы, 2021 йыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителгәйне. Был спорт сараһы ла ошо йылға арналасаҡ. Шулай итеп, Урал һәм Волга буйы төбәктәренән 1500-2000 кеше ҡатнашыр тип көтөлә.
Был ярыштар һайлау этабы буласаҡ. Бынан тыш, спорт сараһы Президент гранттары фонды еңеүсеһе булған “III Евразия асыҡ хәрби алыш уйындары”на генераль репетиция ла буласаҡ. Был сара 13 – 17 майҙа үткәреләсәк.
Шуныһы үҙенсәлекле: уйындар Спорт әҙерлеге үҙәгенең 16 майҙансығында бер юлы үткәреләсәк. Өҫтәүенә, ярыштар ғына түгел, Рәсәй һәм сит илдәр спортсыларының оҫталыҡ кластары, сығыштары үткәреләсәк. Ойоштороу комитеты хәрби алыштың 25 төрө буйынса сығыш буласағын билдәләгән.
Шулай итеп, баш ҡалабыҙға Рәсәйҙең 50 төбәгенән һәм Евразия илдәренән 4 меңдән ашыу ҡатнашыусы килер тип көтөлә.