Учалының саңғы-роллер трассаһында “Дуҫтар кубогы” тип аталған саңғы ярышы уҙҙы. Сарала Ванкуверҙағы олимпиаданың бронза призеры, өс тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостандың Биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы етәксеһе Максим Чудов ҡатнашты.
Уҙышта 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында уҡыусылар, студенттар, ҡала-райондың ойошма-предприятиелары вәкилдәре, спорт ветерандары, хатта мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа булды. Сибай ҡалаһы, Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһы саңғысыларына ла данлыҡлы спортсыны яҡындан күреү мөмкинлеге асылды.
"Дуҫтар кубогы" еңеүселәрен һәм призерҙарын Максим Чудов үҙе бүләкләне. Ул Учалы спортсыларының юғары әҙерлеген билдәләне, Рауил Йәзәриев етәкселек иткән тренерҙар составының сифатлы эшен баһаланы.
Сара бик күңелле үтте, оҙайлы бурандарҙан һуң көн дә ҡояшлы булды. Күптәр данлыҡлы спортсы менән фотоға төштө, Максим Чудов халыҡ менән ихлас аралашты.
Фото: Учалы хакимиәте сайты.