Ишембайҙан саңғы ярышы буйынса спорт мастерлығына кандидат Рауил Миһранов марафонда тәүге тапҡыр 20 йыл элек, йәғни инсульт кисергәндән һуң һауығып аяҡҡа баҫҡас, ҡатнашҡан.
Матбуғат баҫмалары мәғлүмәттәренә ярашлы, ул 42 километр 195 метр арауыҡты өс сәғәт тә дүрт минут һәм 21 секунд эсендә үткән. Марафон уҙғарылған көндә 33 градус эҫе була, 130 спортсы дистанциянан сыға.
Ул осорҙа Рауил Миһранов үҙенең йәшендәге йүгереүселәр араһында өсөнсө урынды яулай. Әммә өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай спортсы. Әле уның иҫәбендә – 20 марафон.
79 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул спортты ташламай. Стадионда, саңғы базаһында күнекмәләр яһай, ҡала урамдары буйлап йүгерә, тренажер залына даими йөрөй. Ошо рәүешле спортсы быйыл үтәсәк Мәскәү марафонына әҙерләнә.
Июлдә Рауил Миһрановҡа 80 йәш тула. Ул үҙенең йәш категорияһындағы донъя чемпионын уҙып китергә тигән маҡсат ҡуйған.