Спорт һәм туризм
18 Март 2021, 15:00

Беренсеһе беҙҙең файҙаға булманы

"Салауат Юлаев" менән "Аҡ Барыҫ"тың уйындарын ике республика көйәрмәндәре һәр саҡ көтөп ала. Был юлы...

17 мартта Ҡазанда Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһы плей-офф уйындарының икенсе раундында беренсе матч булды.
Билдәле булыуынса, "Салауат Юлаев" менән "Аҡ Барыҫ"тың уйындарын ике республика көйәрмәндәре һәр саҡ көтөп ала. Был сираттағы матч беҙҙең файҙаға булманы: уйын 4:1 иҫәбе менән “Аҡ Барыҫ” файҙаһына тамамланды. Беҙҙән Владислав Картаев ҡына хужалар ҡапҡаһына шайба индерә алды.
“Командабыҙ өсөн бик ауыр уйын булды. Тәүге минуттарҙа барыһы ла беҙҙең файҙаға кеүек тойола ине. Хаталарҙы тикшерербеҙ һәм киләһе матчҡа әҙерләнәсәкбеҙ”, – тине Владислав Картаев. Ә Ҡазан командаһынан Патрис Кормье, Михаил Глухов, Дмитрий Воронков һәм Найджел Доус гол индерҙе.
Киләһе матч тағы Ҡазанда үтә. Ә унан һуң серия уйындары 23 һәм 21 мартта Өфөлә уҙасаҡ.
Командабыҙ еңеү яулар тигән ышаныстабыҙ, уларға уңыштар теләйбеҙ.
Фото: news.myseldon.com
Читайте нас