Башҡортостандың һәр төбәгендә Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә ете йыл тулыуға арналған спорт саралары ойошторолдо.
18 мартта, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнөндә, республиканың ауыл-ҡалалары халҡы өсөн күмәкләп йүгереү ойошторолдо. Мәсетле районындағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең “Комета-спорт” саңғы базаһында “Ҡышҡы миҙгелде ябыу” саңғы ярыштары уҙҙы. Миәкә районында ла саңғы ярыштары үтте. Октябрьский ҡалаһы студенттары, уҡыусылары һәм спортсылары Бөтә Рәсәй #Ҡырым яҙы акцияһына ярашлы байрам йүгереүендә ҡатнашты. Әлшәй районындағы асыҡ спорт майҙансыҡтарында скандинав йөрөүе, йүгереү, саңғыла уҙышыу кеүек саралар ойошторолдо. Ә Ағиҙел ҡалаһында футбол буйынса турнир уҙғарылһа, Борайҙа волейбол ярыштары булды. Асҡындың Көнгәк ауылы мәктәбе уҡыусылары ихлас күңелдән йүгерҙе.
Өфө ҡалаһында үткәрелгән акцияла Совет районы дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡығандар ҡатнашты. Фестивалгә ярашлы, Еңеүҙең 50 йыллығы скверында күмәкләп йүгерҙеләр. Бөгөн шулай уҡ уҡыусылар өсөн “Ватан композиторҙары ижадында Ҡырым образы”, “Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡайтыуы” кеүек темаларға класс сәғәттәре үткәрелде.
Бөгөнгө ошондай саралар бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.