10 – 12 мартта Пенза ҡалаһындағы “Сура” йөҙөү бассейнында Рәсәйҙең йөҙөү буйынса ярыштарының I этабы үткәрелде. Илдең кубогына финал ярыштарының һайлау этабы булған төбәк-ара сарала өлкә йыйылма командалары ҡатнашты. Шулай итеп, 18 төбәктән 343 спортсы үҙен һынап ҡараны.
Сарала Башҡортостан командаһы яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште һәм 14 миҙал яуланы. Башҡорт йөҙөүселәре, Мари Иле һәм Татарстан командаларын артта ҡалдырып, алты алтын, ете көмөш һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды.
Полина Егорова – ике тапҡыр, Тимофей Лиманов, Егор Горский, Яна Тереғолова алтын миҙал хужаһы булды. Ир-егеттәр командаһы (Тимофей Лиманов, Рудольф Ғәлимов, Данил Пестравский, Михаил Герасимов) ирекле стилдә 4х200 арауыҡта икенсе урынды яуланы. 4х100 арауыҡҡа ирекле стилдә ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла (Елена Аҫылгәрәева, Эвелина Агишева, Милена Черненко, Яна Тереғолова) көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Данил Пестравский, Егор Горский, Данил Барышников, Тимофей Лиманов ир-егеттәр араһында 4х100 арауыҡҡа комплекслы эстафетала өсөнсө урынға сыҡты.